Сит ил ғалимдарының стиль, мода өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә ваҡыты ла, теләге лә етә. Мичигандағы Окленд университеты эксперттары ир-атҡа ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй формалағы ҡаштары оҡшай тигәнде асыҡлау өсөн һорау алыу үткәргән, тип “Известия” хәбәр итә.
Ялҡауланмағандар һис тә, һорауҙарына яуап алыу өсөн бер мең ир-аттың башын ҡатырып, махсус әҙерләнгән фотоларҙағы аҫыл заттың ҡиәфәтенә баһа биреүҙе үтенгәндәр. Көслө заттың фекеренсә, ҡуйы, ҡыйғас ҡашлылар иң һөйкөмлөләр иҫәбендә. Тикшеренеүселәр әйтеүенсә, ир-аттың был фекере “хәҙерге модалы трендҡа тура килә”.