Кузнецов затонында йәшәгән уҡыусылар көн һайын мәктәпкә хәүефле юлдан йөрөргә мәжбүр. Биҫтәлә мәктәп юҡ, шуға күрә уҡыусылар Армавир урамы аша үтеп, “Көньяҡ” биҫтәһендә урынлашҡан 158-се гимназия һәм “Колгуевский” биҫтәһендәге 160-сы лицейға йөрөп уҡый. Урамды киҫеп үтеү өсөн юлсылар зонаһы юҡ, ә Кузнецов затоны яғына күсеү өсөн таулы ерҙән төшөп-менер кәрәк.
Әлеге хәлгә борсолған ата-әсәләр Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының “ҡыҙыл төймәһе”нә сигнал ебәргән. Фронт әүҙемселәре был урынды барып тикшергәс, ысынлап та хәүефләнергә урын бар тигән һығымтаға килә. Биләмәне транспорт инфраструктураһы йәһәтенән үҫтереү 2021-2023 йылдарға планлаштырылған. Шуға күрә активистар ҡала хакимиәтенә мөрөжәғәт итеп, әлегә ваҡытлы тротуарҙар, металл баҫҡыстар эшләп тороуҙы һораны.