Республика балалар клиник дауаханаһында янғын17.01.2019
Бөгөн Кувыкин урамында урынлашҡан Республика балалар клиник дауаханаһының ремонтҡа ябылған блогында янғын сыҡҡан.

Урынға шунда уҡ 15 янғын һүндереү машинаһы һәм 40-тан ашыу һүндереүсе килгән. Был ваҡытҡа ун хеҙмәткәр үҙаллы бинанан сығып өлгөргән була.

Янғын тураһындағы мәғлүмәт 12.38 минутта килә, 12.57 минутта янғын тулыһынса һүндерелеп тә бөтә. Һәләк булғандар һәм зыян күргәндәр юҡ, тип хәбәр итәләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡоростан буйынса Баш идаралығынан.

Янғындың сәбәптәре асыҡлана.




Вернуться назад