Поликлиникаға килмәһәң – аҡса түлә!17.01.2019
Табипҡа яҙылып та бармай ҡалһаң, яза алыуың ихтимал. Өфө ҡалаһының 1-се поликлиникаһы баш табибы Динар Вәлиуллин Башҡоростан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына ошондай пациенттарға ҡарата яуаплылыҡ булдырыусы закон проекты индереүҙе тәҡдим итә. Уның әйтеүенсә, алдан яҙылған пациенттарҙың өстән бер өлөшө табипҡа килмәй.

— Шундай хәл килеп сыға: ҡабул итеүгә яҙылыу өсөн буш урын юҡ, ә табип пациенттарһыҙ ултырырға мәжбүр, — ти ул.


Динар Вәлиуллиндың фекеренсә, Башҡортостан депутаттары федераль ҡануниәттәге был кәмселекте лә бөтөрә ала. Башҡа илдәге кеүек, бының өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу кәрәк, мәҫәлән, килмәй ҡалһаң ҡабул итеү ваҡыты өсөн хаҡ түлә.

Парламенттың профилле комитеты депутаттары был тәҡдим менән ризалашты һәм “уйлашырға” вәғәҙә бирҙе.

– Әлбиттә, яуаплылыҡ булырға тейеш. Уның формаһын уйлашырға кәрәк, бәлки ысынлап та матди яза ҡаралыр, – тине комитет рәйесе Салауат Харрасов.






Вернуться назад