Эльвира француздарҙан ҡалышмай17.01.2019
Уҡыусы балалар араһында француз теле буйынса ойошторолған Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында Өфө ҡалаһының 91-се гимназия уҡыусыһы Эльвира Бәҙретдиноваға етеүсе табылманы. Еңеүсе булараҡ, ҡыҙ март аҙаҡтарында Мәскәүҙә уҙасаҡ интеллектуаль марафонда Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Эльвираның һүҙҙәренә ҡарағанда, ул француз телен һынлы сәнғәт мәктәбендә өйрәнә башлаған, нәҡ шул саҡта сит телгә һөйөүе уянған. Ваҡыт үтеү менән уның ни тиклем күркәм һәм һүҙҙәр донъяһының бай ҙа, мауыҡтырғыс та икәнлегенә ныҡлап төшөнгән.

Уҡыусы бала үҙе әйтмәһә лә, уның ниндәй йүнәлештә һөнәр һайлауы аңлашыла. Яҡташыбыҙ “Альянс Франсез” мәҙәни-ағартыу ойошмаһы менән бәйләнеш булдырған. Әйткәндәй, ошо ойошманың хәстәрлегендә Францияға мауыҡтырғыс сәфәр ҡылған. Европанан бай тәьҫораттар менән ҡайтҡан сәйәхәтсе. Асылда, француздарҙың менталитетын, мәҙәниәтен яҡын күргәс һәм үҙ иткәс, шул уҡ ваҡытта аш-һыуы оҡшағас, француз телен тәрәндән өйрәнергә ҡарар иткән.



Вернуться назад