Мине өйөмдән ҡыуалар17.01.2019
Берҙән-бер фатирында ремонт яһайым тип, Өфөләге финанс ойошмаларының береһенән ярты миллион һумлыҡ кредит алған Зөһрә Нәғимова бөтөнләй торлағынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Нисек килеп сыҡҡан һуң был хәл?

Ике йыл элек юғары процент менән алған кредитын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пенсионер түләй алмай. Ә күптән түгел уларҙың өйөнә ят ир килеп инә лә, үҙен фатирҙың яңы хужаһы итеп таныта һәм уны бушатыуҙы талап итә башлай. Илап эште төҙәтеп булмағанын аңлаған ханым барлыҡ документтарын алып, юрисҡа мөрәжәғәт итә. Баҡтиһәң, кешегә еңел ышанып барған инәй заем документтары тип, бөтөнләй икенсе ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйған — 1 миллион 700 һумлыҡ фатирын залогка биргән.

Әйткәндәй, был финанс ойошмаһы менән полиция хеҙмәткәрҙәре лә ҡыҙыҡһына башлаған. Эҙләүҙәр ваҡытында бик “ҡыҙыҡлы” документтар табылған. Компания директорына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, ул әле һаҡ аҫтында.

Әлеге ваҡытта Зөһрә Нәғимова документтарҙың законһыҙ булыуын дәлилләргә өмөтләнә, ә полиция хеҙмәткәрҙәре был ойошма эшмәкәрлегенән зыян күргән башҡа кешеләрҙе эҙләй. Яҡынса алғанда, 7 миллион һумлыҡ зыян тураһында һүҙ бара.





Вернуться назад