Буш булғас ...сүплектән дә ярай17.01.2019
Өфө урамдарының береһендә урынлашҡан сүп-сар һауыты янында кисә халыҡ төрткөләшеп алған. Ни булған тиһегеҙме?

Был күренеште фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һалып та өлгөргәндәр инде. Баҡтиһәң, шундағы магазиндарҙың береһе файҙаланыу ваҡыты үткән аҙыҡ-түлекте сығарып ташлаған. Быны күреп, халыҡ төртөшә-талаша уны сүпләргә керешкән...

Һүҙ ҙә юҡ, күңелһеҙ күренеш. Берҙән, бысраҡ араһынан иҫкергән аҙыҡ-түлекте алырға мәжбүр кешеләр йәл, икенсенән, магазин хеҙмәткәрҙәре лә кешелеклерәк ҡыланһа ни була? Талаш сығырын белгәс, аҙыҡ-түлекте бушлай таратырға, йә иһә магазин янына ғына ҡалдырһалар ҙа алыусылар табылыр ине.


Вернуться назад