16 ғинуарҙа Ҡазанда 84-се йәшендә Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Илһам Шакиров оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат булды.
Йырсының 59 йылдан ашыу ижади ғүмере Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһы менән бәйле. Уның репертуарын халыҡ, классик, эстрада йырҙары тәшкил итә, шулай уҡ үҙе ижад иткән әҫәрҙәрҙе, ҡаҙаҡ, үзбәк, азербайжан, ҡарағалпаҡ һәм башҡорт халыҡтарының йырҙарын да ихлас башҡара. Уның "Хуш, ауылым", "Ҡара урман", "Һандуғас", "Аҡ ҡалфаҡ", "Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа", "Йәшлегемә йүгереп ҡайтыр инем", "Һин сазыңда уйнаның" һәм башҡа күп йырҙары йыр-моң һөйөүселәр күңелендә уйылып ҡалыр. Йырсыны Башҡортостан халҡы ла берҙәй яратты. Ул Өфөгә йыш ҡунаҡҡа килде.
Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов ҡайғы уртаҡлашып: "Татар халҡы Илһам ағайҙы юғалтты. Әммә йөрәктәребеҙҙә илһам юғалмаҫ, уның моңо мәңге ҡалыр. Ауыр тупрағы еңел, урыны ожмахта булһын!", – тигән социаль селтәрҙә.
Йырысы менән хушлашыу 18 ғинуарҙа Ҡазандың Опера һәм балет театры бинаһында була.