Оборона министрлығы хәрби хеҙмәт үтеп йөрөгәндәргә генә түгел, ә хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандарға ла биш йылға социаль селтәрҙәрҙе файҙаланыуҙы тыйырға ниәтләй. Законды боҙған һалдаттарҙы һәм офицерҙарҙы енәйәт язаһы көтә.
Яңы ҡағиҙәләр тәү сиратта йәшерен режимлы частарҙа хеҙмәт иткәндәргә ҡағыласаҡ. Шулай ҙа эксперттар белдереүенсә, закон бар проблемаларҙы ла хәл итеп бөтмәйәсәк. Законды боҙғандарҙы табыу ауырға төшәсәк, сөнки улар аноним аккаунттар аса ала.
Ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелгән осраҡта, социаль селтәрҙәрҙе файҙаланыуҙы сикләү тураһында Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндә үк яҙыласаҡ. Был офицерҙарға ғына түгел, һалдаттарға, сержант, мичман һәм матростарға ла ҡағыласаҡ. Законды боҙоусыларҙы административ йәки енәйәт язаһы көтә.