Аҡса яуған…17.01.2019
Санкт-Петербург ҡалаһындағы “Галерея” сауҙа үҙәгенә килеүселәр баштарына яуған купюраларҙы күреп, таң ҡалған.

Үҙәктең 4-се ҡатынан ырғытылған аҡсаларҙы эләктереү өсөн хатта экскалатор аша һикереп сығыусылар ҙа булған. Яңы йылда ниндәй генә мөғжизәләр булмай! 600 мең һум аҡсаны кем елгә осорған тиһегеҙ? “Известия” гәзите хәбәр итеүенсә, SMM өлкәһендә эшләгән 17 йәшлек Марк Бондаренко тигән үҫмер. “Яңы йыл акцияһы” ҡала кешеләренә бик оҡшап ҡалған, тиҙәр.





Вернуться назад