Магнитогорск ҡалаһындағы 39 кешенең ғүмерен өҙгән фажиғәнән һабаҡ алырбыҙмы? Күп ҡатлы йорттарҙа газ ҡулланыуҙы хәүефһеҙ итеү өсөн ниндәй саралар күреү кәрәк?
Дәүләт Думаһында ла, “Газпром”да ла был хаҡта баш ватыусылар етерлек. Мәҫәлән, яңы плитәләргә газ сыҡҡанда автоматик рәүештә һүндереү системаһын урынлаштырыу хаҡында ла фекер бар. Ә газдың еҫен һәр кем яҡшы тойһон өсөн ундағы одоранттарҙы арттырыу талабын да ҡуялар. Әммә, эксперттар әйтеүенсә, бөтәһенән дә элек көнкүреш газынан файҙаланыусыларҙың хәүефһеҙлеген арттырыу буйынса “юл картаһы” төҙөү мотлаҡ.
Әгәр ҙә “газ-контроль” системаһы индерелһә, тимәк, Рәсәйҙә һатылған плитәләр ҙә ҡиммәтләнәсәк, ҡайһы бер моделдәрҙең Рәсәй баҙарынан юғалыуы мөмкин, тип иҫәпләй белгестәр.