Бөйөк Ватан һуғышы, Росгвардияның ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте ветераны Хөрмәтулла Хамаҙиев ошо көндәрҙә 100 йәшлек юбилейын билдәләй.
– Беҙҙең барыбыҙға ла һеҙҙең кеүек булырға кәрәк. Һеҙҙең тормош юлығыҙ үҙ-үҙен аямай Ватанға хеҙмәт итеү өлгөһө, – тине Росгвардияның ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте идаралығы начальнигы урынбаҫары полковник Денис Латипов.
Хөрмәтулла Зиннәтулла улы 1919 йылдың 15 ғинуарында Саҡмағош районының Имәнлекүл ауылында тыуған. 1939 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мәскәүҙән Берлинғаса ауыр һәм данлы яу юлы үтә. Ике тапҡыр яралана, һауығыу менән кире фронтҡа китә.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн бик күп миҙал-ордендар менән бүләкләнгән. Ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәтен 1952 йылда башлай һәм республиканың бик мөһим объекттарын һаҡлай. Ул оҙон, лайыҡлы тормош юлы үткән кеше. Өлкән йәшенә ҡарамай һаман да гармунда уйнай ул.