Химия фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Валерий Майстренко үҙенең баҫылып сыҡҡан интервьюһында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалында тау тоҡомдарының быҫҡып яныуы һөҙөмтәһендә бысранған һауаны һулағанда кешенең үпкәһенә ағыу эләгеүе тураһындағы мәғлүмәтте кире ҡаҡты.
– Мин көкөрт диоксиды эләкһә, үпкәлә ағыу барлыҡҡа килә, тип әйтмәнем. Көкөрт кислотаһы – зарарлы берләшмә, әлбиттә, ләкин ул ағыу түгел. Автомобилистар көн һайын тәҙрә эргәһендә генә машинаһын ҡыҙҙыра, улар ҙа ошо матдәне бүлеп сығара, Өфөләге нефть эшкәртеү заводтары ла көкөртлө газын һауаға ташлай. Йәй көндәрендә кешеләр ҡайһы саҡта насар еҫ сығыуға зарлана. Журналистар үткер лозунгтарҙы ярата, был һүҙҙәрҙе шуға яҙғандарҙыр, моғайын. Мәҡәләләге башҡа мәғлүмәттәргә килгәндә, барыһы ла дөрөҫ, дәғүәм юҡ, – тине ғалим.
Әйткәндәй, көкөрт кислотаһы ағыуҙар иҫәбенә инмәй, уның тоҙҙары аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә йәшелсәне, емеш-еләкте консервалау өсөн ҡулланыла. Уны шулай уҡ әсеүен туҡтатыу өсөн шарапҡа һәм кеүәҫкә ҡушалар.