Магнитогорск кешеләре ул йортта ҡалырға теләмәй17.01.2019
“Магнитогорскиҙа бер өлөшө емерелгән йортта йәшәүселәрҙең барыһын да башҡа урындарға күсерергә, яңы торлаҡ табырға кәрәк”, – тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин.

Был күрһәтмә бөгөн, 16 ғинуарҙа, Кремлдә Хөкүмәт ағзалары ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә яңғыраны.

“Ҡала халҡы миңә шундай үтенес менән мөрәжәғәт итте, – тине етәксе. – Экспертиза күрһәтеүенсә, ул йортта йәшәргә мөмкин. Әммә фажиғә ҙур – күп кеше һәләк булды. Халыҡтың борсолоуын аңлайым. Сығымдар ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, ул йортта торғандарҙың барыһына ла яңы йәшәү урыны табырға кәрәк”.


Президент был эште ҡыҫҡа ваҡытта башҡарып сығырға ҡушты.




Вернуться назад