“Күпме кәрәк, шулай эшләйәсәкбеҙ”17.01.2019
Өфөнән килгән медицина белгестәре Сибай халҡы менән осрашып, урында яһаған күҙәтеүҙәре буйынса сығыш яһаны, һорауҙарға яуап бирҙе.

Республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева белдереүенсә, өлкәндәр араһында респиратор сирҙәре үҫеше теркәлмәгән, ә бына балаларҙың мөрәжәғәттәре артҡан.

“Ҡалала йөҙҙән ашыу стационар койка резервҡа ҡалдырылған, табипҡа күренеп, сирләгәне асыҡланған һәр кем ятып дауаланасаҡ, – тине министр урынбаҫары. – Ҡырҙан килгән тар профилле белгестәр бында күпме талап ителә, шулай эшләйәсәк”.

“Балаларҙы нисек һаҡларға?” Ата-әсә үҙен борсоған был төп һорауға ла белгестәрҙән төплө яуап алды.




Вернуться назад