Көкөрт диоксиды ни менән янай?16.01.2019
Көкөрт диоксиды ни менән янай?Сибай һауаһында көкөрт диоксиды миҡдарының мөмкин була торған кимәлдән артыуы тураһында хәбәр ишетелде. Ул кешенең үпкәһенә эләккәндә көкөрт кислотаһы барлыҡҡа килтереүе ихтималмы?

Башҡортостан дәүләт медицина университетының гигиена кафедраһы профессоры Людмила Овсянникова әйтеүенсә, бының өсөн шаҡтай ҙур концентрация талап ителер ине. Ә әлеге ҡуйылыҡтың өҫкө тын алыу юлдарын ҡуҙғытыуы ихтимал. Был күрһәткес (0,008 мг/кубометр) организмды клиник кимәлдә боҙа алмай.

Билдәле булыуынса, көкөрт кислотаһы ағыуға инмәй, уның тоҙо аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә әүҙем ҡулланыла.


Вернуться назад