Бәпәй көткән студент үҙ-үҙенә ҡул һалған16.01.2019
Өфө художество-гуманитар колледжы студенты, 17 йәшлек ҡыҙ, буласаҡ ҡәйнәһе менән һүҙгә килгәндән һуң, үҙ-үҙенә ҡул һалған.

Ҡыҙҙың яҙмышы еңелдән булмай. Етмәһә, яңыраҡ ата-әсәһен дә юғалта. Бер аҙҙан ҡыҙ мөхәббәтен осратып, ауырға ҡала. Егетте көҙ армия сафына алалар, ул ҡайтҡас та өйләнергә вәғәҙә бирә.

Тик ата-әсәһе улының һөйгәнен үҙ ғаиләһенә алыуҙан баш тарта. Ҡыҙ Яңы йыл байрамына уларға килгәс, буласаҡ ҡәйнәһе насар һүҙҙәр әйтеп, ҡыуып сығара. Артабан ике арала тағы ла һөйләшеү була. Кискә ҡыҙ яҡты донъя менән бәхилләшә.

Әле тәфтиш комитеты тикшереү алып бара. “Үлемгә килтергән өсөн” статьяһы буйынса енәйәт эше асыуҙары ла ихтимал.




Вернуться назад