Алты йылда – 140 мең яҡтыртҡыс16.01.2019
Быйыл урамдарҙы яҡтыртыуға 642 миллион һум аҡса бүленә, шуның 583,8 миллион һумы – республика бюджетынан.

Киләһе алты йылда ошо маҡсатҡа 3 миллиард 817 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана. 2019 – 2024 йылдарҙа Башҡортостанда 140 мең яҡтыртҡыс, 43 меңдән ашыу бағана ҡуйыласаҡ һәм 5 мең километрҙан ашыу сым үткәреләсәк. Был турала Хөкүмәт Президиумы ултырышында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов белдерҙе.

– Киләсәктә муниципалитет бюджеттарына өҫтәмә баҫым яһалмаһын өсөн яҡтыртҡыстар ҡуйғанда мотлаҡ энергияны һаҡлаусы технологиялар ҡулланылырға тейеш, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров.


2018 йыл аҙағында ҡала һәм райондарҙа урамдарҙы яҡтыртыу кимәле 67,7 процент тәшкил иткән.




Вернуться назад