Ҡайғы уртаҡлашабыҙ...16.01.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында газ шартлау сәбәпле емерелгән йортта һәләк булғандарҙың туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Ростов өлкәһе губернаторы Василий Голубев исеменә ебәрелгән телеграммала былай тиелә:
“Башҡортостан халҡы һәм шәхси үҙемдең исемдән Шахты ҡалаһында газ шартлау сәбәпле һәләк булғандарҙың ғаиләләре, туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Беҙ Ростов өлкәһе халҡы менән бергә ҡайғырабыҙ, юғалтыу ауырлыҡтарын бергә кисерәбеҙ. Был трагедия ҡағылған һәр кемгә беҙҙең теләктәшлек һүҙҙәрен еткереүҙе һорайым. Зыян күргәндәргә тиҙерәк һауығыуҙарын теләйбеҙ”.





Вернуться назад