Федоровка районында йәшәгән “эшҡыуар” төрлө банктарҙан кредиттар алған, тик кире бирергә ашыҡмаған. Барлығы миллион һум самаһы бурысы йыйылған. Аптырағас, кредиторҙар судҡа мөрәжәғәт итә, суд приставтары иһә иргә ҡарата һигеҙ енәйәт эше ҡуҙғата.
Суд ҡарарын башҡарыу өсөн пристав был кешенең торлаҡ булмаған күсемһеҙ милеге барлығын асыҡлай. Майҙаны 1300 квадрат метрлыҡ бинаны “эшҡыуар” билдәле бер магазинға ҡуртымға биргән була. Бынан бик тос ҡына килем алған ир барыбер суд ҡарарын үтәргә ашыҡмай. Пристав та аптырап тормай, теркәү эштәрен тыйған документ эшләй, бинаға арест һалыу менән янай. Бурыслы ир мөлкәтен юғалтыу ихтималлығын аңлап, шунда уҡ 1 миллион һумлыҡ бурысын түләй һала.