Учалылағы ҡайғы барлыҡ республика халҡының уртаҡ хәсрәтенә әүерелде. Бигерәк тә Гөлсиә менән Зарифтың дуҫтары күп, ихлас булған. Мәҫәлән, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина:
– "Бәхетебеҙ сәскә атһын". Тап ошо йыр 2017 йылда Рәдиф Зариповтың йыр фестиваленә яҙылды. Эй, Гөлсиә менән Зариф ихлас әҙерләнделәр, – тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. – Учалынан килеп етеп, Конгресс-холда алҡыштар яулап ҡайттылар. Был концертты "Туған тел" телеканалында күп күрһәттеләр. Рәдифтең былтыр Учалылағы концертында йәнә ошо йыр менән улар тағы тамашасыны хайран итте. Яңы йырға заказ биргәндәр ине. Эй, Гөлсиә ҡунаҡҡа саҡырҙы шунда, һәр ваҡыттағыса ҡабаланаһың бит инде, ярай икенсе юлы, тип бармай Өфөгә ашҡындыҡ.
Эх, әҙәм ғүмере! Гөлсиә, бәхил бул, ауыр тупрағың еңел булһын! Зариф, һин терел. Балаларың хаҡына терел, зинһар!