Яҡташыбыҙ – төп телеканалда алып барыусы16.01.2019
Өфөлә тыуып үҫкән Юлиә Ғамаева Беренсе каналда иртәнге төбәк яңылыҡтарын алып бара.

Ҡыҙ Санкт-Петербургта журналистика йүнәлеше буйынса белем алған. Практиканы БЮТ каналында үткән. Диплом алғас, Юлиәне Питер телевидениеһына саҡырғандар. Унда 2015 йылда “100 ТВ” телеканалы ябылғанға тиклем эшләй. Күп тә үтмәй ҡыҙ уға Life78 порталындағы “Аҙна йомғаҡтары” тапшырыуын алып барырға тәҡдим итәләр.

Беренсе канал сайтындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Юлиә Ғамаева 2017 йылдың мартынан яңылыҡтар бүлеге мөхәррире тип иҫәпләнгән. Күптән түгел генә ул эфирға сыҡты.


Вернуться назад