Әйтер һүҙеңде әйтеп ҡал!16.01.2019
20-30 йылдан башҡорттоң тормошо нисек үҙгәрер? Демография хәле нисек булыр ҙа, башҡорт телендә һөйләшеүселәр ҡалырмы? Башҡорт халҡын һаҡлап ҡалыр өсөн нимәләр эшләргә кәрәк? Бөтә был һорауҙарға ла яуаптар “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы” тигән документта булырға тейеш.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты республика кешеләрен “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы”н булдырыуҙа ҡатнашырға саҡыра. Документтың проектын ойошма киләһе йылда Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арнап уҙғарыласаҡ V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерләй.

– Халыҡ үҙенең киләсәген үҙе билдәләргә тейеш, – тинеләр эксперт советы ултырышында. – Стратегияны эксперттарҙы ғына түгел, ә ябай халыҡты ла йәлеп итеп эшләргә кәрәк.


Был эштә республика халҡы менән бер рәттән Башҡортостандан ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙ ҙа ҡатнаша ала.
Тәҡдимдәрегеҙҙе ҡоролтайҙың электрон адресына ебәрә алаһығыҙ: [email protected], йәки 250-49-31 телефоны буйынса шылтыратып әйтергә мөмкин. Ҡоролтайҙың социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәһенә лә яҙырға була.


Вернуться назад