Салауат бала табыу йорто тирәләй хәбәрҙәр ҡуйырғандан-ҡуйыра. Яңыраҡ республикаға сәфәр барышында Милли медицина палатаһы етәксеһе Леонид Рошаль мөһим учреждениеның шәхси ҡулдарға бирелеүен хата тип иҫәпләп, “ул мотлаҡ дәүләт ҡарамағында булырға тейеш, был минең принципиаль позициям”, тип белдергәйне.
Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Салауат бала табыу йортоноң (хәҙер “Перинаталь үҙәк” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма) яҙмышын билдәләйәсәк “УКМедиа” составындағы “Генус” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселәре сығыш яһаны. Матбуғат конференцияһында улар проекттың маҡсаты, бурыстары, туғыҙ айлыҡ эш һөҙөмтәһе менән журналистарҙы таныштырҙы, хәбәрселәрҙең күп һорауҙарына яуап бирҙе. Әммә әлегә яуаптарға ҡарағанда һорауҙар күберәк. Матбуғат конференцияһы тураһындағы материалды оҙаҡламай гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.