Ҡайҙа уҡырға барырға?16.01.2019
Сығарылыш класс уҡыусылары алдында “Ниндәй имтихандарҙы һайларға?”, “Ҡайҙа уҡырға барырға?” тигән мөһим һорауҙар тора. Ошо уңайҙан Октябрьский ҡалаһы мәктәптәрендә балаларға һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында республиканың юғары уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашлығында сара ойошторолған. Ҡаланың “Көнбайыш” район-ара мәшғүллек үҙәге белгестәре кәңәштәрен биргән.

Осрашыуҙа йәмғеһе 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан, шул иҫәптән Бишбүләк, Йәрмәкәй, Туймазы райондарының белем биреү учреждениеларынан студенттар, уҡыусылар, уҡытыусылар, директорҙар ҙа килгән.



Вернуться назад