Асҡын районында өлкәндәргә ихтирам һәм иғтибар менән ҡарау борондан килә. Ошо көндәрҙә 90 йәшен түңәрәкләгән Әсәлек даны миҙалы менән бүләкләнгән Йәсимә Сабитоваға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелде – инәйҙе ҡотларға килгән Асҡын районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Фаат Фәтхуллин һөйләүенсә, эргә-тирәлә генә түгел, ә унан ситтә лә Йәсимә Мортаза ҡыҙын белмәгән кеше һирәк.
Йәсимә Мортаза ҡыҙы Асҡын районының Көнгәк ауылында донъяға килгән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға ни бары 12 генә йәш була.
“Атайым менән Красноуфимск баҙарына талдан үрелгән арҡан, бал һәм май һатырға килгәйнек, үҙ сиратында он алырға ине уй. Төш мәлендә репродукторҙан Молотов Германияның беҙҙең илебеҙгә вәхшиҙәрсә баҫып инеүен еткерҙе. Ярай, он һатып алғайныҡ, баҙар кәйефе ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡҡа сыҡты. Күҙ асып йомған арала барыһы ла таралышты, беҙ ҙә йәһәт кенә ҡайтырға юлландыҡ”, – тип хәтерләй 22 июнь көнөн ул.
Уға тормош һынауҙарын бер-бер артлы ебәреп кенә торған: тәүге балаһын юғалтҡан, ире йәшләй генә үлгән. Әле ул биш балаһының хәстәрен тойоп йәшәй, 14 ейән-ейәнсәре, 16 бүлә-бүләсәре бар.