Ижад донъяһында ҡалған эҙҙәр16.01.2019

“Уймаҡ хикәйәләр” конкурсы йолаға әйләнер.

Белорет районы һәм ҡалаһының ижтимағи-сәйәси “Урал” гәзите “Иҙел башы” Белорет район-ҡала әҙәби ойошмаһы менән берлектә Баҡый ауылынан сыҡҡан күренекле яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сабир Шәрипов хөрмәтенә “Уймаҡ хикәйәләр” ижади бәйгеһен иғлан иткәйне.

Йыл аҙағында конкурсҡа йомғаҡ яһалып, еңеүселәргә яҡташыбыҙ үҙ ҡулдары менән бүләктәр тапшырырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяуһыҙ яҙмыш уның уйлаған ниәтен тормошҡа ашырырға форсат бир­мәне, ул баҡыйлыҡҡа китеп барҙы. Шулай булһа ла, ярыш­намә аҙаҡҡы көндәргә тиклем ҡыҙыу барҙы, ижади эштәр редакция почтаһынан өҙөл­мәне. Еңеүселәрҙе билдәләр алдынан жюри ағзалары Сатура Минһа­житдинова, Мансур Һиҙиәтов, Сәғирә Шәрәфетдинова, Зөлфи­рә Сөләй­мәнова һәм мин “Урал” гәзите редакцияһында йыйылып кәңәш­ләшкәндән һуң, конкурсты Сабир Шәрипов исемендәге “Уймаҡ хикә­йәләр” конкурсы тип үҙгәртергә һәм уны өс йылға бер уҙғарып торорға тип ҡарар итте.

Белорет районы Шығай күп тар­маҡлы ауыл клубында уҙған сараға Өфө ҡалаһынан мәртә­бәле ҡунаҡтар – Сабир Нәғим улының һөйөклө ҡатыны, филология фәндәре докторы, Рә­сәй һәм Башҡортостан Яҙыу­сылар союзы ағзаһы, Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова, ҡыҙы Сулпан Сабир ҡыҙы Мостафина, Сабир Шәри­повтың бер туған һеңлеһе, табип Мәүзилә Нәғим ҡыҙы Адеева һәм уның ҡыҙы Гөлназ, Баш­ҡорт­остан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты Гөлсирә Ғиззә­туллина, Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Әхмәр Үтәбай, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙ­мәткәре, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһа­житдинова, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты, “Иҙел башы” ойош­маһы рәйесе Мансур Һиҙиәтов һәм ярыш­намәлә ижад өлгө­ләрен тәҡдим итеүселәр, яҙыусылар, тамашасылар йыйылды.

Тамаша залына йыйылыу­сыларҙы, талабына тап килтереп, матур итеп биҙәлгән сәхнәнән “Ауаз” ҡумыҙсылар ансамбле сәләмләне. Шулай уҡ “Ләйсән” бейеү, “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамблдә­ренең сығышы, Зилә Хажина, Гөлдәр Ҡолбирҙина, Фәниә Зарипова, Дилбәр Рәхмәтова баш­ҡарыуындағы йырҙар, Гүзәлиә Сәйфуллина, Гөлминаз Хафизова, Айвар Ғилмановтың өҙҙөрә баҫып бейеүе бары­һының да күңеленә хуш килде. Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы директоры Сәғирә Шәрәфет­динова бәрәкәтле Шығай еренә йыйылыусыларҙы, килгән ҡунаҡ­тарҙы сәләмләп, был көндөң ысынында рухиәт байрамы булыуын билдәләне һәм конкурс­тың төп ойоштороусыларын саҡырҙы.

Сатура Жәүәт ҡыҙы ярыш­намәнең йыл дауамында шаулап-гөрләп барыуын, ҡала һәм ауылдарҙа йәшәү­селәрҙең әүҙем ҡатнашыуын бил­дәләне. Уймаҡ хикәйәләрҙең нисек барлыҡҡа килеүен Сабир Шәри­повтың төпкөлдә ятҡан Баҡый ауылында тыуып, юл михнәт­тәре күреп үҫеүе менән бәйләне һәм яҙыусының бер ваҡытта ла яҡташтарын онотмауын, үҙенең ябайлығы менән бөйөк булып ҡалыуын телгә алды.

Мансур Яҡшыбай улы сығышында яҙыусыға бәйле иҫтәлектәрен ур­таҡлашты, уның яҡташтары, район тураһында бик күп мәҡәлә яҙыуын, бик күп башлап яҙыусылар яҡ­та­шыбыҙ ҡулы аҫтынан үҫеп сығыуын, беренсе тапҡыр үткәрелгән конкурс эшенән ҡәнәғәт булыуы тураһында һүҙ тотто. Артабан һүҙ Зәйтүнә Яхъя ҡыҙына бирелде. Ул кисәне ойош­тороуға күп көс һалған “Урал” гәзите редакцияһына, “Иҙел башы” яҙыу­сылар ойошмаһы ағза­ларына, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы хеҙмәт­кәрҙәренә, район хакимиәтенә оло рәхмәтен белдерҙе, 1966 йылда тормош иптәше менән Шығай ауылында концерт ҡуйыуҙарын иҫкә алды һәм ошо иҫтәлекте яңыртырға форсат сығыуына ҡыуанды. Сабир Нәғим улының архивын – уның ижадына, Белорет районына, ҡала тарихына ҡағылышлы 50 китапты һәм уның ике портретын ҡаланың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейына бүләк итте. Шулай уҡ Шығай күп тармаҡлы ауыл китапханаһына 25 китап, портрет тапшырҙы.

Ниһайәт, ярышнамәлә ҡат­нашыу­сылар өсөн тулҡын­лан­дырғыс минуттар етте. “Рух” номинацияһында Хөснә Әхмәт­йәнова (Сәфәрғол), “Мөғжизә” – Мәҙинә Шоҡобаева (Абҙаҡ), “Йәшлек хәтирәләре” – Солтан Сиражетдинов (Сермән), “Хик­мәтле хикәйә” – Әнисә Ғәзизова (Абҙаҡ), “Социализм осоро” – Нәсимә Мәхмүтова (Тимер юл), “Мажаралы хикәйә” – Фәймә Мансурова (Сосновка), “Фәһем­ле хикәйә” – Миңлегөл Төхвә­туллина (Ботай) еңеүсе тип табылды. Улар дипломдар һәм иҫтә­лекле бүләктәрҙе “Ағиҙел” журна­лының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбай ҡулынан алыу бәхетенә өлгәште. Ул шулай уҡ биш кешегә “Ағиҙел” журналына подписка бүләк итте. Ижади конкурста өсөнсө урынды Наилә Кималова (Инйәр), Гөлсөм Мос­тафина (Сосновка) һәм Әнисә Аҫылғужина (Ноҡат), икенсе урынды Линиза Шакирова (Ҡа­һарман) менән Рүзидә Ғәйфул­лина (Үткәл) яуланы, беренсе урын Зөһрә Үтәғолова (Белорет) өлөшөнә төштө. Призлы урындар яулаусыларға Сатура Минһажит­динова, Булат Яныбаев һәм Ришат Мөхәмәтвәлиев бүләктәр тапшырҙы.

Ярышнамәнең иң юғары баҫ­ҡысы – гран-приҙы хаҡлы рә­үеш­тә Фәриха Вәлиуллина яуланы. Уға “Самрау” нәшриәтенән 5000 һумлыҡ сертификатты Мансур Һиҙиәтов тапшырҙы. Сараны йомғаҡлап, Мансур Яҡшыбай улы “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһына Сабир Шәриповтың исемен бирергә тәҡдим итте, был тәҡдим мәртәбәле ҡу­наҡтар, конкурсанттар һәм тамашасылар тарафынан берҙәй хупланды һәм ҡабул ителде. Конкурсты үткә­реүҙә ярҙам иткәндәре өсөн “Урал” гәзитенең Рәхмәт хаттары менән Зәйтүнә Шәрипова, “Ағиҙел” журналы редакцияһы, “Самрау” нәшриәте директоры Мансур Ғилфанов, Сәғирә Шәрәфетдинова бүләкләнде.

Был ҙур сара – күренекле яҡта­шыбыҙ Сабир Шәриповтың исемен мәңгеләштереү маҡ­сатында ойошто­ролған тәүге эштәрҙең береһе. Унда район ауылдарынан күп авторҙар ҡатнашты. Киләсәктә уның геогра­фияһы тағы ла киңәйеп, матур тра­дицияға әйләнеренә, ҡатнашыусы­ларҙың күбәйеренә шик юҡ.


Вернуться назад