Күңел тулы йылы хәтирәләр16.01.2019
Атайыбыҙ – яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың туған халҡына оло мираҫ итеп ҡалдырған ижад емеше – “Кинйә” романы тураһында кәлимә һүҙ әйтмәксебеҙ. Үҙе иҫән саҡта был романдың ике өлөшө – “Тапалған йәйләү” һәм “Ил ағаһы” тип аталған китаптары донъя күрҙе.

Башта атайыбыҙ йыйылған материал бер китапҡа һыйып бөтөр тип уйлай. Эшләй торғас, ике-өс өлөш булырын аңлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өсөнсө китабының донъя күреүен ул үҙе күрә алманы. Һуңғы өлөшөнөң машинкала баҫылған биттәрен уҡығас, яҙыусы Мәүлит Ямалетдинов: “Ағай титаник эш башҡарған”, – тине.

Билдәле башҡорт яҙыусыһы, филология фәндәре докторы Ғилемдар Рамазанов былай тип һөйләгәйне: “1957 – 1959 йылдарҙа Ғәли Ибра­һимов Мәскәүҙә Юғары әҙәби курста уҡыны. Шунда ул Салауат Юлаев һәм Степан Разин тураһында тарихи романдар яҙған рус әҙибе Степан Злобин алып барған ижади семинарҙарҙа әүҙем ҡатнаша. Йыш ҡына ултырыш тамамланғандан һуң тарихи проза оҫтаһы менән әңгәмә ҡора, ҡайһы саҡ бәхәсләшеп тә алалар. Шул осорҙа Ғәли Ибраһимов 1773 – 1775 йылдар­ҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай, архив материалдары туплай”.

Степан Злобиндың романы буйынса төшөрөлгән “Салауат Юлаев” кинофильмын күргәс, атайыбыҙ, ризаһыҙ­лыҡ белдереп:
– Эх, Степан Злобин Кинйә Арыҫ­лановты Салауат янында йөрө­гән малай итеп күрһәтә, ә бит Кинйә Сала­уаттан байтаҡ өлкәнерәк бул­ған. Ул бит аҡыл эйәһе булараҡ, Пуга­чевтың штаб начальнигы дәрә­жәһендә стратегик мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаш­ҡан, – тигәйне.

Атайыбыҙ хаҡында күңелдә яҡты, йылы хәтирәләр һаҡлайбыҙ, уның туған халҡына ҡалдырған бай әҙәби мираҫы менән ғорурланабыҙ.


Вернуться назад