Башҡорт әҙәби теле нисек барлыҡҡа килде?29.05.2012
Яҙыусы, ғалим Ғәлимйән Ибраһимовтың тыуыуына — 125 йыл
Дөйөмләп әйткәндә, ХХ быуат башында Башҡортостанда әҙәби тел сифатында башҡортлашҡан Урал-Иҙел буйы төрки теле йәшәүен дауам итә. Быны беҙ шәжәрәләрҙә, бәйет-мөнәжәттәрҙә, хаттарҙа һәм башҡа яҙма текстарҙа күрәбеҙ. Ә матбуғат телен ғәрәп графикаһына нигеҙләнгән татар әҙәби теле үтәй. Шуға күп башҡорт шағирҙарының һәм яҙыусыларының, ғалимдарының әҫәрҙәре Ҡазанда татар телендә баҫыла.
Шуның менән бер рәттән ХХ быуат башында башҡорттар үҙ матбуғатын булдырыуға тәүге ынтылыш яһай. 1908 йылда, мәҫәлән, “Ғәлиә” мәҙрәсәһе шәкерттәре һәм башҡорт зыялылары башҡорт телендә “Тыу” (“Байраҡ”) журналының ҡулъяҙмаһын әҙерләй. Башҡорт яҙыусыларының үҙ туған телен әҙәби тел сифатында ҡулланырға тырышыуы 1910 йылда “Шура” журналы ойошторған “Тел ярышы” барышында күренә. Мәҫәлән, 1916 йылда башҡорт халҡының һәм туған теленең үҙаллылығы өсөн көрәшкән Шәйехзада Бабич “Көтәм” шиғырын яҙа.
Совет власының тәүге йылдарында “Башҡорт” (Силәбе, 1917), “Алға” (Өфө, 1917), “Көрәш” (Өфө, 1918), “Башҡорт теле” (Ырымбур, 1918), “Башҡортостан” (Ырымбур, 1918), “Ҡағарман башҡорт” (Омск, 1919), “Башҡортостан хәбәрләре” (Стәрлетамаҡ, 1919) кеүек башҡорт гәзиттәре сыға. Был баҫмалар татар телендә баҫылһа ла, башҡорт теленең йоғонтоһо көслө була. Шул сәбәпле 1921 йылда ҡайһы берҙәре (мәҫәлән, “Ҡыҙыл ҡурай”, “Эш таңы”) башҡорт телендә донъя күрә.
ХХ быуат башындағы матбуғаттың торошон “Башҡортостан” гәзите (1924, № 95) башҡорт телендә сығыуына бер йыл тулыуға бағышланған һанында түбәндәгесә билдәләй:
“Башҡортостан” гәзите алты йыл эсендә өс төрлө дәүерҙе башынан кисерҙе: “БЕРЕНСЕ ДӘҮЕР” — “Башҡортостан” гәзите башта саф татар телендә сыға, сөнки ул ваҡытта башҡорт теле эшләнеп бөтмәгән, уны дөйөм бер тел итеп ҡуйыу тәңгәлендә эҙләнеү генә бара ине. “Башҡортостан” гәзитенең шул ҡуйылышы байтаҡ ваҡыт дауам итте.
“ИКЕНСЕ ДӘҮЕР” — “Башҡортостан” гәзите Коммунистар партияһының ХII съезынан һуң тел яғынан үҙгәреш яһай башланы. Был дәүерҙә гәзит ике телдә сығып килде. Шуның өсөн “Башҡортостан”, тел яғынан сыуалсыҡ булыу сәбәпле, уҡыусыларҙы ҡәнәғәтләндереп бөтә алманы тиергә була. Уның шулай ҡуйылышы үткән йылдың 22 авгусына (1924) хәтле дауам итте.
“ӨСӨНСӨ ДӘҮЕР” — юғарыла әйтелгәнсә, ике телдә сығып килгән гәзиткә уҡыусылар араһында яратмаусанлыҡ тыуғас йәки, икенсе төрлө итеп әйткәндә, башҡорт массаһына башҡорт телендә әҙәбиәт төҙөү кәрәклеге ныҡ һиҙелгәс, Башҡортостан хөкүмәте, ике телдә лә гәзит сығарырға ҡарар яһап, шуны ғәмәлгә ҡуйҙы. Бына ошо һуңғы дәүерҙе “Башҡортостан” гәзитенең бер йылы тип атайбыҙ”.
Шулай итеп, ХХ быуат башында Башҡортостан шарттарында яҙма төрки теле, татар матбуғаты теле, башҡорт халыҡ һөйләү һәм фольклор теленең бер-береһе менән үрелеп үҫеүе нигеҙендә башҡорт әҙәби теле тарихында яңы дәүер башлана. Әммә был яңы этап, йәғни хәҙерге башҡорт милли әҙәби теле дәүере, еңел генә тормошҡа ашмай.
Октябрь революцияһы башҡорт халҡына автономиялы йөмһүриәт хоҡуғы биргәс, Башҡортостан матбуғатында ниндәй әҙәби тел ҡулланыу мәсьәләһе тирәһендә ҡырҡыу көрәш башлана: ошоға тиклем ҡулланылған татар телеме, әллә “яңы әҙәби башҡорт теле тыуырға тейешлеме”? Саҙри Мәҡсүди, Ғаяз Исхаҡи “компанияһы” башҡорт теленә теше-тырнағы менән ҡаршы була. Әхмәтзәки Вәлиди юлбашсылығындағы милли хәрәкәтте “Зәки фетнәһе” тип тәнҡитләп маташалар. Башҡортостанда эшләүсе ҡайһы бер татар коммунистары ла был йәһәттән яңылыш юлға төшә. Революция “һигеҙ ҡәбилә” араһынан башҡорттарҙы айырым майҙанға сығара. Ғәлимйән Ибраһимов, марксистик күҙлектән сығып, уға тәбиғи хәрәкәт тип ҡарай. “Бынан ҡурҡырға ярамай, хәҙер быны уртаға алып сәйнәргә, шулай итеп мәсьәләне асыҡтан-асыҡ өҙөргә кәрәк”, — тип яҙа ул, сөнки башҡорттар 1917 йылда уҡ ҡайһы бер фарман-бойороҡтарҙы, күрһәтмәләрҙе, мөрәжәғәтнамәләрҙе башҡорт телендә сығара башлай. Башҡорт шағирҙары, яҙыусылары үҙ телендә ижад итә. 1918 йылда Мосолман мәркәз комиссариатында “башҡорт телендә китаптар, әлифбалар, дәреслектәр кәрәк” тигән мәсьәлә ҡалҡып сыға. Ғәлимйән Ибраһимов, Башҡортостанда һәм Татарстанда барған бәхәс-тартҡылашты энәһенән-ебенә тиклем ентекле тикшереп, “башҡорт телен, әҙәбиәтен тыуҙырыуға теләү башҡорт милләтселеге түгел”, тигән ғәҙел фекергә килә. Милләтселекте ул телдә, әҙәбиәттә түгел, ә кешенең фекерендә һәм шул фекерҙең эстәлегендә күрә. Эҙмә-эҙлекле марксист-ғалим, коммунист-әҙип, ялҡынлы публицист-трибун булараҡ, Ғәлимйән Ибраһимов башҡорттоң был мәсьәләне үҙе теләгәнсә хәл итеү юлында тора. Был турала ул түбәндәгеләрҙе яҙа: “Татар әҙәбиәтенән ҙур бер өлкәнең айырылып сығыуы олуғ бер юғалтыу булһа ла, тарих килтереп сығарған факттар менән иҫәпләшергә мәжбүрбеҙ.
Башҡорттар теләй икән — мәктәп һәм театрҙамы, прошениела йәки әҙәбиәттәме — уларҙың айырым юл тоторға теләүенә ҡаршы көрәшергә беҙ, татар әҙәбиәтселәренең, һис бер хаҡы юҡ”.
И. Биишевтың РКП-ның Башҡортостан өлкә комитеты гәзитендә “Башҡортсамы, татарсамы” тигән мәҡәләһе баҫылып сығыу айҡанлы ҡайһы бер татар иптәштәрҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте тыуыуға ҡаршы торорға теләүе сәбәпле, Ғәлимйән Ибраһимов 1923 йылдың 5 сентябрендә “Татарстан” гәзитендә (169-сы һанында) “Мәсьәләне өҙөргә ваҡыт” мәҡәләһе менән ҡырҡыу сығыш яһай.
“Мин һүҙемде татар милләтселәренә ҡаратып һөйләмәйем, — тип яҙа ул. — Улар араһында башҡортто әҙәби-мәҙәни яҡтан татарлаштырырға теләп һәм, шулай итеп, татарсалыҡтың һанын, көсөн арттырыу фекерендәгеләр, әлбиттә, бар, һәм татар милләтсеһе өсөн был бик тәбиғи бер фекерҙер. Әммә коммунистар араһында был хаҡта ике һүҙ булыуына урын юҡ”.
Ғәлимйән Ибраһимов, коммунистар партияһының программаһына таянып, милләттәрҙең яҙмышын үҙҙәренә тапшырыу һәм “һәр халыҡҡа үҙе теләгән, аң-белем таратыу өсөн еңел, ыңғай табылған тел, әҙәбиәт, матбуғат тыуҙырыуға ярҙам итеү” кәрәклеге хаҡында ҡат-ҡат яҙа. Ахырҙа ул “хәҙер яңы әхвәлләр (хәл-ваҡиғалар. — И.Ғ.) тәьҫирендә башҡорттоң хеҙмәт халыҡтары, айырым бер коллектив булараҡ, ойошоу юлына төшкән, үҙенә айырым тел тыуҙырырға керешә икән, һис бер коммунист, ысын марксист һис бер тәҡдирҙә (осраҡта. — И.Ғ.) быға ҡаршы бармаҡ күтәрергә хаҡлы түгелдер”, — тип, был хаҡта яңынан һүҙ ҡуҙғатылмаҫлыҡ итеп мәсьәләне өҙөргә саҡыра.
Ғәлимйән Ибраһимов артабанғы сығыштарында, мәҡәләләрендә лә “әҙәби татар теле, әҙәби башҡорт теле” терминдарын ҡулланып, башҡорт әҙәби теленең үҙаллылығын иҫбатланы һәм, 1926 йылдың 26 февраль — 6 мартында Баҡыла булып үткән Беренсе тюркология ҡоролтайының урыҫ телендә баҫылған хисабы айҡанлы, “Кызыл Татарстан” (1926 йыл, 18 август, 185-се һан) гәзитендә донъя күргән “Тюркология өсөн ҡиммәтле материалдар” тигән мәҡәләһендә съезда ҡатнашҡан “һәр кемдең һөйләгәне үҙ шиүәһенсә сыҡһа, мәҫәлән, Фуад бәктең ғосманлыса, Ғәбитовтың башҡортса, берәүҙеке татарса, Рәхимовтыҡы үзбәксә баҫылһа, съезд хисабының тулылығы менән бергә, беҙҙең кеүек тел-әҙәбиәтте тикшереүселәргә ҙур һанлы материал да булыр ине” тигән заманында бик тә көнүҙәк булған ғәмәли һөҙөмтәгә килә.
Шулай итеп, хәҙерге милли башҡорт әҙәби теленең барлыҡҡа килеүендә, уның формалашып үҫеп китеүендә татар халҡының классик әҙибе, яҡташыбыҙ Ғәлимйән Ибраһимовтың роле ярайһы уҡ ҙур. Ул бөгөнгө көндө алдан күрә белеп, туғандаш татар һәм башҡорт халыҡтарының суверенлы республикалар төҙөүенә, әҙәби-мәҙәни яҡтан үҙаллы милли әҙәби телдәр тыуҙырыуына ныҡлы нигеҙ һалды. Хәҙерге әҙәби башҡорт һәм татар телдәре, Ғәлимйән Ибраһимов фаразлауынса, дәүләт теле статусына эйә булып, яңы бурыстар һәм хоҡуҡтар алыуға өлгәште, уларҙың үҫеше өсөн өр-яңы дәүер асылды.
(Аҙағы. Башы 99-сы һанда).
Ишмөхәмәт ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ,
филология фәндәре докторы, профессор,
Башҡортостан Фәндәр академияһының
мөхбир ағзаһы.


Вернуться назад