Тимерҙе ҡыра ла ҡыра...16.01.2019
...Ҙур сәнәғәт предприятиеһын күҙ алдына килтерһәк, бер бөтөн тармаҡ хасил була. Унда һәр шөрөп ҡиммәт тигәндәй, сөнки бер деталь ватылһа ла, тотош конвейерҙың туҡтауы ихтимал. Шул шөрөп кеүек, йәмғиәттә һәр кешенең хеҙмәте оло баһаға лайыҡ. Ҙур илебеҙҙең именлеге, иҡтисади тотороҡлоғо, үҫеше бәләкәй генә вазифалағы һәр кемдең эшенә бәйле бит.

Һеҙ һүрәттә күргән Рифат Мансуров, мәҫәлән, 35 йылға яҡын токарь булып эшләй. Өс тиҫтә йыл станок янында тороп, төрлө деталдәр етештерә.
— Тимерҙе ҡырам да ҡырам инде, — тип шаярта ул үҙенең эше хаҡында.

Ҡырыр алдынан ете ҡат үлсәргә, тейешенсә үлсәмен дә алырға кәрәк бит әле. Хә­йер, тәжрибәһе хәҙер күҙ йомоп ҡына “ҡырырлыҡ” кимәлгә еткәндер инде токарҙың.

Рифат Талип улы хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡтың дан­лыҡлы синтетик каучук заводында башлай, хәҙер шул уҡ ҡалала “ТАУ” компанияһында эшләй. Уның хеҙмәт бурысы предприятиела ремонт эшен башҡарыуға бәйле. Шуға уның өсөн “ял”, “отпуск” төшөнсәләре сағыштырмаса мәғәнәгә эйә тиһәк тә, хата булмаҫтыр – ауылға ҡайтһын­мы, күл буйына балыҡҡа барһынмы, заводта берәй ҡоролма ватылһа, шунда уҡ килеп етә һала. Ғөмүмән, үҙе әйтмешләй, ул — заводтың айырылғыһыҙ өлөшө!

Әлбиттә, өлкән быуынға ял күберәк тә эләгер ине, тик әлеге шул бер балыҡ башы тигәндәй, тәжрибәле йәш белгестәр юҡ. Киләләр ҙә китәләр, тәүге көндән кеҫәгә һыймаҫлыҡ эш хаҡы кәрәк, өйрәнергә теләктәре лә, ваҡыттары ла юҡ... Эшселәр араһында йәш кадрҙарҙың һирәгәйеүе бар ерҙә лә һиҙелә. Ә киләсәктә Рифат Мансуров кеүек айырылғыһыҙ “өлөштәр” булырмы?!





Вернуться назад