25 июндән 14 июлгә тиклем егеттәр 21 көнгә хәрби-спорт лагерында ял итә ала. Ойоштороусылар уңайлы йәшәү шарттары, биш тапҡыр туҡланыу вәғәҙә итә.
Отрядтар хәрби күнекмәләр менән шөғөлләнәсәк. Запастағы һауа-десант ғәскәрҙәре майоры, “Зәңгәр йәшен” үҫмерҙәр клубы директоры, эштең координаторы Марат Әҙеһәмов әйтеүенсә, лагерҙа егеттәргә ҡул һуғышы, парашют-десант әҙерлеге, тәүге медицина ярҙамы, хәрби шарттарҙа сынығыу нигеҙҙәре өйрәтеләсәк. Күнекмәләр барышында уҡыу ҡоралдары, махсус кәрәк-яраҡ, хәрби техника, боеприпастар, имитация саралары файҙаланыла.