Саф һауаға сығыу тыйыла16.01.2019
Сибайҙа балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә саф һауаға сығыу, урамда дәрестәр үткәреү тыйыла. Был турала ҡала хакимиәтендә уҙғарылған кәңәшмәлә мэр Рөстәм Афзалов белдерҙе.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, бөгөн иртән 8 Март урамында һауала көкөрт диоксиды миҡдарының норманан 3,6 тапҡырға артыҡ булыуы теркәлгән. Нуриманов, Сарбаев, Старетелдәр, Парк урамында ла был күрһәткестең юғары булыуы билдәләнгән.

Атмосфера һауаһы иртәнән алып кискә тиклем ике сәғәт һайын алты нөктәлә тикшерелә. Бынан тыш, ҡалаға дәүләт комитетындағы уҡытыу-методика үҙәгенән белгестәрҙең килеүе көтөлә. Улар халыҡты борсоған проблемаларҙы асыҡлап, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләйәсәк. Әле Сибайҙа табиптар халыҡтың һаулығын тикшерә. Поликлиникаларҙа республика медицина ойошмалары белгестәре: токсиколог, лор, офтальмолог, пульмонолог, педиатр, аллерголог ҡабул итә.


Вернуться назад