Сүп-сар... Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?16.01.2019
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса Башҡортостан биш биләмәгә бүленде. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы уларҙы хеҙмәтләндерәсәк төбәк операторҙары менән ун йылға иҫәпләнгән килешеү төҙөнө.

Республика халҡы иғтибарына – ҡайһы биләмәлә ниндәй төбәк операторы эшләйәсәге хаҡында белешмә тәҡдим итәбеҙ.

1-се биләмә – «Спецавтохозяйство по уборке города» муниципаль унитар предприятиеһы. Телефоны: 8-800-347-80-03.

Был биләмәгә Өфө ҡалаһы, Архангел, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Дыуан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Өфө, Шишмә райондары ҡарай.

2-се биләмә – «Дюртюлимелиоводстрой» йәмғиәте. Телефоны: 8-800-511-84-20.

Уға Ағиҙел, Нефтекама, Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл райондары инә.
3-сө биләмә – «Эко-сити» йәмғиәте.  Телефоны: 8-800-700-49-00.

Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Стәрлебаш, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондары.
4-се  биләмә – «Экология Т» йәмғиәте.  Телефоны: 8-800-250-01-85.

Октябрьский ҡалаһы, Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары.
4+  биләмәһе – «Дюртюлимелиоводстрой» йәмғиәте.

Был биләмәгә Межгорье ябыҡ автономлы биләмә округы ҡарай.

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеүгә бәйле министрлыҡтарҙа “ҡыҙыу линия”лар ҙа булдырылды. Уларға эш сәғәттәрендә шылтыратырға мөмкин.

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы: 8 (347) 223-32-80;

БР Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты: 8-937-845-28-42;

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы: 8 (347) 218-07-35; 8 (347) 218-07-19;

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы: 8 (347) 218-03-90


Вернуться назад