Республика етәксеһе Радий Хәбиров Сибайҙа экология мәсьәләһен хәл итеүгә ике аҙна ваҡыт бирҙе.
“Ҡала халҡына, һис һүҙһеҙ, ярҙам, республиканың улар менән бергәлеген, яныуҙы туҡтатыу өсөн көс һәм мөмкинлек етерлеген аңлау кәрәк. Ғәҙәттән тыш хәлде булдырғандарҙан етешһеҙлекте сифатлы, яуаплы рәүештә, сығымдарҙы иҫәпләмәйенсә бөтөрөргә мәжбүр итәсәкбеҙ”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, әлеге мәлдә айырыуса медицинаны көсөргәнешле эш режимына күсереү мөһим.
“Иртәгә аллерголог, лор һәм башҡа ныҡлы талап ителгән тар белгестәр киләсәк, – тине Радий Хәбиров. – Проблеманы ике аҙнала хәл итеү бурысын ҡуйҙым. Эш барышын контролдә тотасаҡмын. Был хаҡта күп тапҡыр әйткәнем булды: беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ауырлыҡта яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ”.