Сибай ҡалаһы һауаһын бысратҡан матдәләрҙең ҡуйылығы мөмкин була торған сиктән үтмәгәнме? “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығында ошо хаҡта белдерҙеләр.
13 ғинуарҙа сәғәт төнгө 1-ҙән киске 5-кә тиклемге арала йыйылған атмосфера һауаһы пробаһын лаборатор тикшереү һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, һауаны бысратҡан матдәләрҙең, шул иҫәптән дигидросульфидтың, диоксид көкөртөнөң күләме мөмкин була торған кимәлдән артмаған.
Күҙәтеү ҡаланың ун урынында дауам итә, хәл-торош ведомствоның контролендә.