Сибайҙа ғәҙәттән тыш хәлдән зыян күргән кешеләргә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн профилле белгестәр етешәме? Был йәһәттән мохтажлыҡ ниндәй кимәлдә? Ошоно тиҙ арала билдәләп, мәсьәләне яйға һалыуҙы талап итте республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы әйтеүенсә, учреждение профилле белгестәр менән тәьмин ителгән, пульмонолог һәм аллерголог ҡына етешмәй. Радий Хәбировты был сығыш ҡәнәғәтләндермәне, ул бер ниндәй мохтажлыҡ булырға тейеш түгеллеген, ҙур ҡеүәттә, запас менән эшләү кәрәклеген белдерҙе.
“Һеҙҙең бурыс – кешеләрҙе дауалау, – тине Радий Хәбиров. – Хәл-торошто ныҡлы күҙәтеп барырға кәрәк. Беҙ һәр кеше өсөн ҙур уңайлылыҡ тыуҙырырға тейешбеҙ – улар сөскөргән һайын табипҡа сиратһыҙ килеп мөрәжәғәт итерлек булһын. Әгәр койкалар етмәй икән, ярҙам итәсәкбеҙ, кәрәк булһа – Өфөгә ташый башлайбыҙ”.