"Балама ярҙам итегеҙ!"15.01.2019
Ҡурҡыныс юл-транспорт фажиғәһенә тарыған ғаиләгә ярҙам талап ителә. Ата-әсә һәм уларҙың ике ҡыҙы ауыр яраланған.

Һәләкәт 12 ғинуарҙа Туймазы районында була. Унда өс автомобиль төкөшә. Тәүге машиналағы ике кеше шунда уҡ һәләк була. Икенсе машинала иһә Яҡуповтар ғаиләһе Собханғол ауылынан ҡайтып барған була. Уларҙың барыһы ла күп төрлө йәрәхәт ала, ҡыҙҙар хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән була.

Ғаилә башлығы Венер Яҡупов һөйләүенсә, шәмбе кис улар ғаиләһе менән Ҡандры ауылында йәшәгән ҡәйнәләренә ҡунаҡҡа китеп барған.
Ҡаршыларына килеп сыҡҡан "Лада Калина" менән бәрелешкәндән һуң, арттарынан Toyota Corolla килеп төкөй.

Бәрелеш шул тиклем көслө була, уларҙың машинаһы юлдан оса хатта. 39 йәшлек әсәнең ҡайыш һығыуҙан эсәге биш урындан йыртылған, терһәге һынған, умыртҡа һөйәге ике урындан сатнаған. Уға шул уҡ көндә операция яһайҙар, әле ул дауаханала. Ир кешенең уң аяғы, ҡулы һынған, умыртҡа һөйәге сатнаған. Алты йәшлек ҡыҙҙарының ике яғы ла һынған, ул операция көтә. Иң ауыр йәрәхәттәрҙе 13 йәшлек Диана ала.

Бәрелешкән саҡта ул башы менән һуғыла, баш һөйәге сатнай, уның бер ярсығы баш мейеһенә тейә. Өфөнән килгән нейрохирургтар ярсыҡты алған, әле бала яһалма йоҡоға талдырылған. Уны баш ҡалаға күсереп, артабан дауалау өсөн хәленең тотороҡланғанын көтәләр.

Ғаилә барлыҡ битараф булмағандарҙы баланы реабилитациялауҙа ярҙам итеүҙе һорай.

4276 0600 2178 6994 һанлы карта 8 (927) 305-34-75 телефонына бәйләнгән, хужаһы - Венер Яҡупов.



Вернуться назад