Сибайҙа ғәҙәттән тыш хәл осоронда зыян күреүселәр өсөн дауаханала 102 урын бүленде. Медицина учреждениеһы тулы әҙерлек шарттарында эшләй.
– Был хәл башланғандан алып, Сибайҙа ағыуланып дауаханаға оҙатылғандар булманы, – тине республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева. – Башҡортостан буйынса тын юлдары ауырыуҙарына бәйле дауаханала ятҡандар һаны 10 процентҡа артһа, Сибайҙа был күрһәткес – ете процент.