Сибай төтөнө буйынса күрһәтмәләр бирелде15.01.2019
Мәғлүм булыуынса, Сибайҙа Радий Хәбиров Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышын да үткәрҙе. Унда ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәһен бөтөрөү буйынса ведомство-ара штаб төҙөлдө. Штаб эшенә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лапухов етәкселек итәсәк.

Ултырышта Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы директоры Йәүҙәт Биккинов сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, әле тау эсендә окисланыу процесы башланған, һөҙөмтәлә ҡаланы йәнә төтөн ҡаплаған.

– Беҙ һелтеле һыу ярҙамында быҫҡып ятҡан усаҡтарҙың 95 процентын һүндерҙек. Ләкин һуңыраҡ һыуҙы туҡтатырға мәжбүр булдыҡ, сөнки уның быуға әйләнеү хәүефе бар ине, – тине ул.

Радий Хәбиров Биккиновтың докладын ҡабул итмәне һәм уны комбинат етәксеһе Андрей Козицын менән хәлде яйға һалыу ваҡытын асыҡлау өсөн һөйләшергә ебәрҙе. Сибай филиалы етәксеһе билдәләгән срок (1 февраль) Радий Фәрит улын ҡәнәғәтләндермәне.

Төбәк етәксеһе Сибай ҡалаһы хакимиәте, мэрҙың сайтында һәм сәхифәләрендә, шулай уҡ социаль селтәрҙәге “Сибай, дыши”, “Подслушано Сибай” төркөмдәрендә һауаның бысраныуы тураһында мәғлүмәт бирергә, уны ике сәғәт һайын яңыртып торорға ҡушты.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров ҡалала һулар һауалағы зарарлы матдәләрҙе үлсәүҙең ике сәғәт һайын иртәнге сәғәт 6-нан киске 9-ға тиклем ойошторолоуы, мәғлүмәттең социаль селтәрҙә һәм комитеттың сайтында урынлаштырылыуы тураһында белдерҙе.

Радий Хәбиров хәл яйға һалынғанса балаларҙы саф һауала йөрөтмәҫкә, ҡалаға бер айға пульмонолог, токсиколог, кардиолог кеүек табиптарҙы ебәрергә ҡушты.

Әйткәндәй, ултырышта Сибай телевидениеһының февралгә тиклем эшләмәүе асыҡланды. Уларҙың тапшырыуҙар алып барыуға тейешле документтары юҡ икән. Төбәк етәксеһе мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итеү бурысын ҡуйҙы.

– Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының ғәмәлдәре ҡәнәғәтләндермәй. Уянығыҙ! Хәл ай буйы дауам итә. Алға китеш юҡ. Предприятиеның, шахталарҙың именлеге түгел, ә меңдәрсә халыҡ йәшәгән ҡала яҙмышы борсой мине, – тип һүҙен йомғаҡланы ул.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса киләһе ултырышты 29 ғинуарҙа үткәрергә ҡарар ителде.


Вернуться назад