70 һәм 35 һумдан артмаясаҡ15.01.2019
Сүп-сарҙы сығарған өсөн халыҡтан алынған түләү 70 һумдан ашырға тейеш түгел. Был раҫланған тариф биш зонала, төбәк операторына ҡарап, һәр кубометрға 368,8 һумдан алып 515 һумға саҡлы тәшкил итергә тейеш.

Ҡалдыҡтар йыйыуҙың яңы үлсәме халыҡ өсөн шәхси йорттарҙан – йылына 1,92, ә күп ҡатлы йорттар өсөн 1,95 кубометр итеп билдәләнгән. Кисә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был яңы коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙе кәметеү тураһындағы талапты тағы иҫкә төшөрҙө:

– Социаль-иҡтисади хәлдән, халыҡтың йәшәү кимәленән сығып, мин ошо һандарҙы әйткәйнем инде – 70 һәм 35 һум. Мине ишетегеҙ. Башҡа һандарҙы ҡабул итмәйем.


Вернуться назад