Башҡортостанда пенсия йәшенә етеп килгән граждандарға хәҙер күп ҡатлы торлаҡ йорттарҙа капиталь ремонт өсөн түләү өсөн компенсация бирелә башлай, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
Был матди ярҙамдың үҙ шарты бар: ул торлаҡ майҙаны хужаһы бер ҡайҙа ла эшләмәгән, 70 йәштән ашҡан, яңғыҙ йәки эшләмәгән һәм пенсия йәшенә етеп килгән граждандарҙан торған ғаиләлә йәшәгән осраҡта ғына бирелә. 70 йәшкә еткән граждандарға компенсация – 50, ә 80 йәштә һәм унан олораҡ булғандарға 100 процент күләмендә түләнә.