Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуы матур йола буйынса һәр райондың ете мөғжизәһен барлауын дауам итә. Тапшырыу республиканың 100 йыллыҡ юбилейына арнап әҙерләнә.
Күптән түгел сират Йәрмәкәй районына етте. Унда республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, үҙешмәкәр композитор Рәйес Ханнанов һәм уның ҡатыны Тәнзилә Ханнанова ҡатнашты. Тапшырыу барышында райондың ете тәбиғәт һәм архитектура ҡомартҡылары билдәләнде. Бына улар: Атамкүл күле; 1908 йылда рус классицизмы стилендә төҙөлгән алпауыт Борис Ляховтың йорто; Йәрмәкәй һыуһаҡлағысы; Ялан-Шишмә ауылындағы “Аҡ таштар” шарлауығы; Еңеү паркы; Ҡулсум реликт урманы; Иҫке Турай ауылындағы Намаҙ тауы һәм Рәйес Ханнановтың йырҙарында йырланған райондың барлыҡ топонимик объекттары.