Тәтешле районының Иҫке Соҡор ауылында урынлашҡан Ғәли Соҡорой исемендәге музейҙа күренекле шағир һәм билдәле мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 191 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе ойошторолдо.
Төрлө әҫәрҙәрен Ғәли Соҡорой атамаһы аҫтында баҫтырған яҡташыбыҙҙың ысын исеме – Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейеков. Ул Иҫке Соҡорҙа мулла ғаиләһендә тыуып үҫкән, үҙенең “Ғәлиҙең шиғырҙар йыйынтығы” тигән китабының инеш һүҙендә “беҙ – урман башҡорттары” тиеүе күпте һөйләй. Уның улы Ғәрифулла Кейековты публицист һәм ғалим булараҡ беләбеҙ.
Ғәли Соҡоройҙоң исеме мәңгеләштерелгән, музейҙан тыш район үҙәге Үрге Тәтешле ауылындағы бер урам әҙиптең исемен йөрөтә.
Иҫке Соҡор ауылының имам-хатибы, Ғәли Соҡорой музейының хеҙмәткәре Бәхтегәрәй Әрмәншин данлы Кейековтарҙың нәҫеле тураһында һөйләне, шағир-мәғрифәтсенең музейына район ғына түгел, ә тотош республикабыҙҙан да уҡыусы балаларҙың йыш килеүе шатлыҡлы хәл, тине.