Һыуыҡта балалар ни өсөн урамда?15.01.2019
Борай районының Борай ауылындағы 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре тышта сатлама һыуыҡ тип тормай, халыҡтың иң күп йөрөгән урынында “Беҙ – сәләмәт тормош яҡлы!” тигән акция ойошторған. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың физик күнекмә яһауы һәм “Энә менән еп” тигән хәрәкәтсән уйынға бүтәндәрҙе лә йәлеп итеүе шуға асыҡ миҫал. Шул уҡ ваҡытта улар нисек сәләмәт йәшәү рәүешен башлау тураһында аңлатма баҫылған листовкалар ҙа таратҡан.

Борай районы хакимиәте башлығы Борис Нурисламов билдәләүенсә, бәләкәйҙән күркәм тәрбиәгә өйрәнгәндәр өлгөлө тормош көтә, башҡаларҙы ла үҙҙәренең артынан әйҙәй.


Вернуться назад