Үҫмерҙе кем язалаған?15.01.2019
Үҫмерҙе кем язалаған?Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә үҫмерҙәр ятағындағы ҡанһыҙлыҡ хаҡында видеояҙма таралды. Унан күренеүенсә, бер нисә егет үҫмерҙе ҡаты туҡмай. Имеш, был тәртипһеҙлек Өфө ҡалаһының Ленин районына ҡараған бер училищеның дөйөм ятағында булған тигән фараз да бар.

Эске эштәр министрлығының республика буйынса идаралығының мәғлүмәт хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, бәлиғ булмағандар эше буйынса инспекторҙар уҡыу йорттарында ентекле тикшереү үткәргән, бындай күренеш асыҡланмаған.

– Был хәл беҙҙең республикала булмаған, ә видеояҙманы, күрәһең, бик тиҙ таратып өлгөргәндәр, – ти ведомство хәбәрсеһе.



Вернуться назад