Сибайҙа төбәк етәксеһе Радий Хәбиров урындағы “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгендә булды.
Үҙәктә ул сират көтөү ваҡыты менән ҡыҙыҡһынды. Бында ул ни бары биш минут тәшкил итә – республика буйынса иң яҡшы күрһәткес.
Радий Хәбиров үҙәктең, Сибайҙан тыш, тағы ла ниндәй райондарҙы хеҙмәтләндереүе тураһында һорашты. Асыҡланыуынса, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарынан да бында мөрәжәғәт итәләр икән. Етәкселек әйтеүенсә, үҙәктә йәмғеһе 21 тәҙрә, кадрҙар тотороҡло эшләй.