Сибай халҡы Радий Хәбировҡа һулар һауала зарарлы матдәләр дәүмәленең артыуы тураһында һуңлап хәбәр итеүҙәренә зарланды. Мәҫәлән, кисә иртән төтөн хаҡында көндөҙгө сәғәт 3-тә генә белдергәндәр, ә бөгөн иһә әле булһа мәғлүмәт юҡ.
– Төтөн тарала башлаһа, өйҙән сыҡмайбыҙ, тәҙрәләрҙе лә ябабыҙ, – ти урындағы халыҡ.
Радий Хәбиров Сибай мэры Рөстәм Афзаловтың аңлатыу эшен насар алып барыуын билдәләне.
– Кешеләргә хәлде аңлатырға һәм дөрөҫ мәғлүмәт бирергә кәрәк, – тине ул. – Мотлаҡ атмосфераға сығарылған матдәләргә асыҡ мониторинг системаһын ойошторасаҡбыҙ.
Республика етәксеһе урындағы хакимиәттең эшен штаб тәртибенә күсерҙе, көн һайын иртән һәм кисен күрелгән саралар, һауалағы бысраҡ матдәләр миҡдары тураһында отчет бирергә ҡушты.
Ҡала халҡына иһә урамға мөмкин тиклем һирәгерәк сығырға, респиратор, марля битлектәр ҡулланырға, күҙҙе, танауҙы, ауыҙҙы һыу менән йыуырға, биналағы һауаны дымландырырп торорға, шыйыҡсаны күберәк эсергә кәңәш ителә.