Радий Хәбиров сибайҙарҙың хәлен шәхсән белде15.01.2019
Бөгөн Сибайға эш сәфәре барышында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы һәм ҡала етәкселеген экологик именлекте тәьмин итеү йәһәтенән тейешле сара күрмәгән өсөн ҡаты тәнҡитләне.

– Кешеләрҙе Сибайҙағы һауаның бысраныуы ныҡлы борсой, ә мәсьәлә тейешенсә хәл ителмәй, – тине ул. – Кисә был проблеманы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышында тикшерҙек. Был ваҡиға мине лә бик борсой. Халыҡ зарлана, проблема хәл ителмәй. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы күргән саралар.


Комбинаттың Сибай филиалы директоры Йәүҙәт Биккинов әйтеүенсә, төтөн ҡаплаған участканың майҙаны әле ике мең квадрат метр тәшкил итә, элек иһә алты мең квадрат метр ине.

– Беҙ быҫҡып ятҡан усаҡтың температураһын үлсәп торабыҙ. Әлбиттә, быны онлайн-тәртибендә эшләп булмай, тик компьютер эшкәртеүендә генә. Карьер төбөндә йәки өҫтә – тикшереү майҙансығында – елләтеү ҡулайламаһын урынлаштырыу мөмкинлеген өйрәнәбеҙ, – тине Йәүҙәт Биккинов.
Етәксе әйтеүгә ҡарамаҫтан, елләтеү ҡоролмаларын ҡуйыу өсөн иҫәп-хисаптың үткәрелмәүе асыҡланды.


Вернуться назад