Тырыштар аҡса юҡ тип иламай15.01.2019
Башҡортостан ғалимдарының өс проекты конкурс йомғаҡтары буйынса Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фондынан финансланасаҡ.

Филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы татар һәм сыуаш филологияһы кафедраһы доценты Лира Афанасьева Башҡортостан сыуаштарының туй йолаһы лексикаһын тикшереүгә аҡсалата ярҙам аласаҡ. Ошо уҡ уҡыу йортоноң математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты иһә “Криолит зонаһы шарттарында газ гидраты хәлендәге көкөрт ангидридын күмгәндә гидродинамик һәм йылылыҡ-физик процестарҙы теоретик тикшереү” проектына ике миллион һумлыҡ грант отто. Йәш ғалимдар Р. Ҡорбанғолов менән Л. Цыганкованың “Нанокристалл хәлендәге структураның компьютер дизайны, квант сенсорҙары өсөн материалдарҙың моделле перспективалары” проектына ла булышлыҡ итәсәктәр.




Вернуться назад