Енәйәтсе ҡорбанының хәле нисек?15.01.2019
Учалылағы ҡораллы енәйәтсе ҡорбаны булған Зариф Хилажев иҫенә килмәгән әле. Табиптар уның хәлен ауыр тип һанай. Ирҙең үпкәләре, яурыны, ашҡаҙаны һәм ҡул суҡтары зыян күргән. Урындағы хирургтар Республика клиник дауаханаһы белгестәре менән берлектә биш сәғәт буйы операция яһайҙар. Әле яраланы санитар авиацияһы ярҙамында Өфөгә күсереү тураһында уйлайҙар.

Был ҡот осҡос фажиғә урынына барған Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова:
– Ҡанун сығарыусыларға был юҫыҡта ике мәсьәлә мөһим. Беренсеһе – бөгөнгәсә ҡабул ителмәгән ғаиләләге көс ҡулланыу тураһындағы закон.

Енәйәтсе ҡул күтәреп, ҡатынының полицияға мөрәжәғәт иткәне булған. Икенсеһе – ҡорал йөрөтөүгә рөхсәт алыу шарттары, – тине.
Ә кисә Учалыла һәләк булғандарҙы ерләнеләр. Уларҙың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.



Вернуться назад